Юшатыр
+16 °С
Ясно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Иман
25 Апреля 2021, 04:40
Һыуға һал тиһәләр ҙә...
Изге айҙа һәр кем, ҡулынан килгәнсә, изгелек ҡылырға тырыша. Кемдең нисек килеп сығалыр, Ҡотлоюлда Рауил менән Миләүшә бар, бар ғына түгел, әүҙем тормош алып баралар, ауыл яҙмышын үҙенеке һымаҡ ҡабул итеп йәшәйҙәр. Магазин тоталар, быныһы әлеге мәлдә бик кәрәк эш, Ҡотлоюлда ни, Райпо магазины бинаһы кәзәләр килеп, өйкәлеп, арҡаһын тырнап китергә генә эшкинә.
Бына әлеге ғаилә, йәнә лә Миләүшәнең һылыуы Гөлсиә лә булған, изге айҙа бик яҡшы ғәмәл башҡарған: Үрге Бабала йәшәүсе 8 балалы Азат менән Ләйсән Ҡотломбәтовтар ғаиләһенә түшәк кәрәк-яраҡтары, тәм-том бүләк иткән.
Яҡшылыҡ эшлә лә, һыуға һал тиһә лә халыҡ мәҡәле, ҡай саҡ был турала кеше лә белергә тейеш - бына мин ниндәй тигәндән түгел, рәхмәттәр күберәк яуыр (быны уҡыған кеше эстән булһа ла рәхмәт әйтер), ғаилә өлгөһөнә эйәргәндәр ҙә булыр.
Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр тиҙәр, ғаиләгә ике ата-әсә, һигеҙ бала, тағы әллә күпме кеше рәхмәт әйтә. Рәхмәттәр үҙегеҙгә һәр саҡ еңеллек килтерһен дә бәлә-ҡазаларҙан аралаһын.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"