Быға аптырайһы түгел, ауыл географик яҡтан шәп урында урынлашҡан - Күмертау эргәлә, Мәләүезгә ҡул һуҙымы етерлек урында. Ауыл үҫкәс, бынад дин дә үҫергә тейеш - һәйбәт мәсет төҙөп ултырттылар. Ғәзиз хәҙрәт эште йәнләндереп ебәрҙе. Быға кисә Азат хәҙрәт үҙе шаһит булды. Ауыл үҫеүе яҡшы, уның менән бергә диндең үҫеүе икеләтә яҡшы.