Иман
6 Мая 2021, 03:25

Аҙан тауыштары яңғырар

Илкәнәй ауылындағы мәсет - руссалап әйтергә яраһа, долгострой. Матур, мөһабәт булып тиҙ генә ҡалҡып сыҡҡайны ла, туҡталып ҡалды. Былтыр был бинаға кире әйләнеп ҡайттылар. Төрлөсә уйланылар- яңы башланғанын ташлап, ауыл эсендә, элек мәсет булған ерҙә, нигеҙ һалырғамы әллә? Был урында янған йорт ултыра, уның хужаһы менән дә һөйләштеләр, хужа ерҙе бирергә риза ла булды һымаҡ. Тик ауылдаштарҙың күбеһе, барыбер, башланғанды бөтөрәйек тине. Бик матур бина бар бит, ниңә яңыһына тотонорға?

Илкәнәй ауылындағы мәсет - руссалап әйтергә яраһа, долгострой. Матур, мөһабәт булып тиҙ генә ҡалҡып сыҡҡайны ла, туҡталып ҡалды.
Былтыр был бинаға кире әйләнеп ҡайттылар. Төрлөсә уйланылар- яңы башланғанын ташлап, ауыл эсендә, элек мәсет булған ерҙә нигеҙ һалырғамы әллә? Был урында янған йорт ултыра, уның хужаһы менән дә һөйләштеләр, хужа ерҙе бирергә риза ла булды һымаҡ. Тик ауылдаштарҙың күбеһе, барыбер, башланғанды бөтөрәйек тине. Район фондынан Лилиә Михайлова ла тотонмаҡсы ине, боронғо урынға яңы мәсет һалырға, ә быныһын берәй социаль учреждение итергә йәки күп балалы ғаиләгә бирергә. Кемдер уға әйткән дә булған, мәсет өсөн халыҡ аҡса йыйманы, әллә ни бәләһе булмаҫ. Тик, Юшатырҙа яҙылды, ауылдаштар мәсет өсөн ҡасандыр аҡса тапшырған булған. Аҡсаларҙың да осона сығылды - улар барыһы ла кәрәкле эш өсөн тотонолған, береһе лә урламаған.
Бына әле мәсеттә эштәр ҡыҙып тора. Быны күргән илкәнәйҙәр аҡса кәрәкме, әйҙәгеҙ, тағын йыяйыҡ тип тә өндәште.
Иншалла, бер заман (уныһы тиҙерәк булһын ине) Илкәнәйҙә яңы мәсет манараһынан аҙан тауыштары яңғырар.
Читайте нас