Һәр ифтарҙы кемдер үткәрә, йәғни, аҡса бирә- аҙыҡ-түлеккә (уныһына хаҡ, етмәһә, көндән-көн арта). Район башлығы бер ифтарҙы үткәрҙе, урынбаҫары ла шулай итеп изге эш ҡылды. Кисә Азамат, Вилдан һәм Азат исемле уҙамандар - йәштәр - халыҡҡа ауыҙ астырған. Рамаҙан аҙағына яҡынлаша, ә тормош дауам итә, киләсәктә лә, ифтарҙа ғына түгел, ҡәҙимге кис-көндәрҙә лә изге урыныбыҙҙа йышыраҡ осрашырға яҙһын ине.