Юшатыр
+15 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Иман
7 Мая 2021, 04:29
Дүртәүҙең береһе
Башҡортостанда улар ни бары 4-әү генә. Таш мәсеттәр. Шуларҙың береһе Яҡшымбәт ауылында урынлашҡан Аҡ мәсет. Ул 1903 йылда төҙөлгән һәм республикабыҙҙың мәҙәни ҡомартҡыһы, тарихи һәйкәле булып тора. Бер быуаттан ашыу тарихы булған боронғо мәсетте яңыртырға тип тә дәртләнәләр, иншалла, уныһын да күрергә яҙһын, ә әлегә ауыл мәсете үҙенең бурысын үтәй.
Яҡшымбәттә Рамаҙан айы мөбәрәк бара. Динде танығандар тупһаһын һыуытмай. Ауыл тарихына битараф булмағандар килеп өмә яһай.
Вәғәз тыңларға йәки намаҙ уҡырға, дин тураһында һөйләшергә хатта сит ауылдарҙан да киләләр, тарихи ҡомартҡы тип һаналған мәсет эсе яңыһы менән сағыштырғанда икенсерәк тойола, әйтерһең, һәр ташынан ата-баба ауазы яңғырай, яҡшылыҡҡа өндәй.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"