Иман
8 Мая 2021, 04:15

Ҡалын китап

Кисә 25-сеһе булды. Ифтар. Алдашмай әйтергә кәрәк, тәүҙә был һүҙ нимә аңлата икән тип бер булдыҡ, дин йәһәтенән әлепте таяҡ тип тә белмәгәнлектән, ауыҙ асыу ти ҙә ҡуябыҙ. Элек өләсәйҙәр шулай ти ине- ҡайҙа киттең - ауыҙ асырға. Бәләкәйҙәр аптырай, ҡайҙалыр барып, ауыҙҙарын ҙур итеп аса ла ултыра микән ни былар?

Рамаҙан мәсете кисә йәнә йыйҙы диндарҙарҙы. Ифтарҙың нимә икәнен дә белмәгән башығыҙ менән нимә эшләп йөрөһөгөҙ, ашап ҡайтыр өсөн генәме тиерһегеҙ, тән аҙығынан бигерәк, йән аҙығы күп бында. Аралашыуҙы бер ниндәй ҙә бишбармаҡ, былауҙар алмаштыра алмай.
Бахмуттан Фәнис уҙаман менән һөйләшәбеҙ. Электән беләбеҙ, ул да беҙҙең ише, 90 йылдар балаһы. Дингә нисек килеүен тәфсирләп һөйләне. Уның тарихы тотош бер китап уҡығандай тойолдо, фәһем алынды. Тормош һабаҡтары тигән әсбап бар, уны әллә нисә дәрестәр уҡығансы, бына ошондай әңгәмәләр кешегә яҡшыраҡ тәьҫир итә.
Бер диндар көндөҙөн намаҙ мәлендә ауып киткән икән - ураҙа мәле, үҙе көндөҙ эштә, кисен мәсеттә, төнөн намаҙҙа. Дин юлы көсһөҙҙәр өсөн түгел, беҙ фанилыҡты уйлап ҡына көн күргән кешеләр, баҡыйлыҡты уйлау өсөн дә ниндәйҙер кимәлгә етергә кәрәк.
Мәсеткә барыуыбыҙ ҙа, ана шул, беҙҙән, ҡәҙимге кешеләрҙән, башҡасараҡ уйлаған, йәшәгән кешеләр менән аралашырға теләүҙән ғибәрәт. Кисәге ифтар һәйбәт булды - ҡалын бер китап уҡылды.
Читайте нас