Диндең үҙ ҡанундары, дәүләт системаһынан айырым йәшәй, дәләттә кемделер һайлау хоҡуғы бар (башлыҡты һайлайбыҙ, беҙ һайламаһаҡ ни, беҙ һайлаған депутаттар һайлай), республика башлығын да һайлайбыҙ, ил башлығын, әйтәһе лә түгел -һайлайбыҙ. Дингә башлыҡ итеп указ менән ҡуялар. Монархиялағы һымаҡ. Ике берәмек - ҡала һәм район, ике ҙур мәсет, тик мөхтәсиб берәү булырға тейеш. Был өлкәлә эштәр шыма түгел. Юшатырҙа байрамдарҙан һуң ошо хаҡта материал була (дежур исеме әлегә ошолай: "Ике тәкә башы"). Ниңә бөгөн түгел - изге көндә яҙғы килмәй. Тәмһеҙләшке килмәй, был материал, беҙ нейтраль булһаҡ та, барыбер кемгәлер оҡшамаясаҡ.