Иман
23 Мая 2021, 05:22

Һыулы булдылар

Яңы Таймаҫ халҡы - әүҙем халыҡ. Алма беш тип йәшәмәйҙәр. Мәсет, зыярат хәлдәренә ҡағылышлыһын әйтәбеҙ. Дөрөҫ, мәсеттең түбәһен буярға кәрәк ине тип, депутаттарға әйтеп ҡаранылар ҡарауын, тегеләрҙән нисек булһа ла үҙегеҙ тигәнде ишеткәс, боролоп ҡайтты ла киттеләр.

Мәсетте кәртәләнеләр, бының өсөн халыҡ аҡса йыйҙы, зыяртҡа кәрәк-яраҡ алдылар, бында ла береһе лә ситтән килтереп әҙерҙе тотторманы, үҙҙәренең аҡсаһын тотондолар. Эштәр бының менән генә бөтмәне, теге саҡ Юшатыр яҙғайны, ауыл халҡы, дингә битараф булмағандар, мәсеткә һыу үткәрер өсөн аҡсаһын йыйҙы тип, яҙ башынан уҡ барыһы ла әҙер ине, бына, көн ҡороғас, тотондолар. Фуат Рыҫҡолов тракторы менән соҡор ҡаҙҙы һәм башҡа ир-ат, сыҡты ла, эште еренә еткереп тә ҡуйҙы. Соҡорҙо күмергә генә ҡалды. Быныһы инде иң еңеле, мәсеттәре һыулы булды, шуныһы һәйбәт, хәҙер артабан ҡарарға кәрәк: тағы нимәләр эшләргә кәрәк икән?
Читайте нас