Иман
26 Мая 2021, 07:54

Динебеҙ алға бара

Ураҙа байрамдары "Рамаҙан" мәсетендә бик әүҙем барҙы. Йома һайын мәсет ишеге асыҡ, эсе һәр-саҡ кеше менән тулы булды. Ҡатын-ҡыҙҙар әҙерәк булһа, ир-аттарҙың күп булыуы ныҡ ҡыуандырҙы, балаларҙың да өлкәндәр ыңғайына намаҙға баҫыуы икеләтә шатландырҙы. Улар, ололарҙан өйрәнәләр ҙә инде. Коронавирус ҡурҡытманы.

Гөрләп үткән Ураҙа байрамдарынан һуң, Миниәхмәт мулла менән Азат хәҙрәт 21-се майҙа "Ураҙа" күстәнәсе өләшеп йөрөнөләр. Оло пакет күстәнәс алып килгәндәр.
Мәсеткә беҙ бирергә тейешбеҙ. Ошоғаса мин әле мәсеттең күстәнәс өләшеп йөрөгәндәрен бер ҡасанда, бер ҡайҙан да ишеткәнем юҡ ине.
Хәҙисә БИКБУЛАТОВА, Ермолаҽво ауылы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.
Читайте нас