Мəңгелек йортто таҙартыуҙа ауылыбыҙ халҡы ғына түгел, ə ситтə йəшəүсе ауылдаштарыбыҙ ҙа əүҙем ҡатнашты. Был изге эштəрҙəн һуң ауылыбыҙ зыяраты таҙартылып, матур, күркəм булып ҡалды. Əруахтарыбыҙ рухы ла был күренештəн шатланғандыр. Оҙаҡламай тағы өмə яһап, тəртип ойошторолғанда йыйылған сүп-сарҙарҙы түгеп тə ҡуйырға планлаштырабыҙ.