Алдан уҡ һөйөнсөләгәнсә, "Юлсы" кафеһында намаҙ уҡыу бүлмәһен асып ҡайттыҡ.
Район өсөн, хатта республика өсөн ҙур ваҡиға һымаҡ булһа ла (Башҡортостанда юл буйында урынлашҡан намаҙ бүлмәләре биш-алты ғына), тантананы ҙурҙан ҡубып үткәрмәнеләр. Бер нисә уҙаман ғына булды. Азат хәҙрәт бер нисә көн элек эшҡыуар Азамат Яҡшыбаевҡа шылтыратҡан (кафе уныҡы) - шулай-шулай, кафеңды кеше маҡтап бөтә алмай, урыны ла, исеме лә һәйбәт, намаҙ бүлмәһен асҡанда, нисек ҡарайһығыҙ? Азамат Сөләймән улы, атаҡ, был турала күптән уйлап йөрөй инем, һеҙ ҙә фатиха биреп торғас, йәһәт кенә эшләйем мин уны тигән. Һәм бына, ике аҙнала, бүлмә әҙер.
Намаҙ бүлмәһенә иҫтәре китеп ҡарап торған ағай-эне, барыбер, килешмәгән ерен тапты: душ, парковка тигән яҙыуҙары артыҡ, НАМАҘ БҮЛМӘҺЕ тигән яҙыу бер үҙе булһын, әллә ҡайҙан ҡысҡырып торһон. Хәйер һалырға берәй һауыт та ултыртырға кәрәк. Манара ҡуйғанда ла килешер ине.
Манараһы ла булыр, башҡаһы ла. Иң мөһиме, бүлмә буш тормаһын, намаҙҙар уҡылһын, кемгә-кемгә, мосолман мосафирға юл доғалары, намаҙҙар башҡаларға ҡарағанда ла күберәк кәрәк һымаҡ. А. Яҡшыбаев менән А. Хәлиловтың фекерҙәре тап килгән һымаҡ, уйҙарыбыҙ бер юҫыҡта барһын.