Ике аҙна ғүмер бер көн һымаҡ үтте лә китте, -ти Рамаҙан мәсете янындағы лагерға йөрөгән балалар. Бөгөн уларҙың сығарылыш көнө. Был әһәмиәтле байрамдары тураһында телевидение ла әллә ҡайҙан белеп ҡалған - үҙҙәрен телевизорға төшөрөргә тип килеп тә еткәндәр.
Ике аҙна буйы шәкерттәр дин нигеҙҙәрен өйрәнгән, гел китап уҡып ҡына ултырмағандар, төрлө уйындар уйнғандар (хәбәрсенең кем һеҙҙе уйнатты тигән һорауына "Айнур абзый" тип яуап бирҙеләр), сәйәхәткә лә сығып әйләнделәр. Хатта "тихий час"тары булған, мәсет эсендә ятып, ял итеп алғандар. Ике аҙна бер көн һымаҡ үтеп китте, ә улар ғүмергә хәтерҙә ҡалырлыҡ көндәр булды, дин балаларҙың күңеленә мәңгегә һеңде, иншалла.
Уларҙы уҡытҡан, тәрбиәләгән абзыйҙары ла, аҙыраҡ хәл алабыҙ ҙа, артабан ҡыҙҙарҙы йыябыҙ ти. Был күңелле мәлдең шаһиты булдыҡ, Балалар нимә һөйләне - тиҙҙән БСТ-ла күрһәтерҙәр.