Илдар Аляутдинов, Мəскəү ҡалаһының йəмиғ мəсəтенең төп имамы:
- Күмертау ҡалаһы өсөн иң мөһим көндəрҙең береһе булып, мөхтəсибтəрҙең семинар-кəңəшмə йыйылышы булды. Был форумда, ғөмүмəн, күбеһенсə нисек йəштəр менəн эшлəргə, уларҙы дингə мауыҡтырып, белемдəрен арттырып, матур итеп йоғонто бирерлек яңыса йүнəлештəр күрһəтеп ебəреү хаҡында һүҙ барҙы. Диндең ҙурлығын, Аллаһы Тəғəлə кешеһенең сифаттарын арттырыуға ҡоролған был сара. Мəскəүҙəге эш тəжрибəм менəн бүлешеп сығыш яһаным. Алла бирһə, Ҡорбан-байрамы етə, бына ошо хаҡта ла əйтеп китер кəрəк. Пандемия осороноң киҫкенлəшеү ваҡыты мəленə тура килə, ошо сир ҙə мосолман кешеһе өсөн ҙур һынау булып тора, шуға күрə лə сабырлыҡ ярҙамында дөрөҫ аңлап, ҡарарҙарҙы тейешлесə үтəп үткəрербеҙ, Иншааллах.