Иман
15 Июля 2021, 09:56

Былау һымаҡ тәмле булһын

Район мосолмандары йыш йыйылып тора, йыш саралар үткәрә, бөгөнгө йыйылыуҙың сәбәбе бигерәк етди - Ҡорбан байрамына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде. Район мосолмандары ғына булды тип әйтеү дөрөҫ түгел, Күмертау диндарҙары ла бында - Көйөргәҙе районы һәм ҡала - бер мөхтәсибәткә ҡарай, шуға Салауат хәҙрәт Баймөхәмәтов та бында, уны Ермолаевола күреп өйрәнелмәгән, килеүе һәйбәт яңылыҡ. 

Былау һымаҡ тәмле булһынБылау һымаҡ тәмле булһын
Былау һымаҡ тәмле булһын
Ветхеҙмәт, полиция ла килгән, билдәле, уларһыҙ булмай, малды нисек ҡайҙа салырға, тәртип яғы ҡалай була, барыһы ла мөһим булып тора. Хакимиәт тә йыйынды инҡар итмәй килгән, ошо уңайҙан, ныҡ күңеле булған имам-мөхтәсиб Азат Хәлилов район башлығы Юлай Ильясовҡа сәғәт бүләк итте - яңынан башлыҡ булыуығыҙ менән ҡотлайым, - тине. 
Юлай Талха улы, власть кешеһе булараҡ, ҡәҙимге тормошҡа баҫым яһап һөйләне:
- Пандемия бер ҡайҙа ла китмәне, әле төп һорау: вакцинация. Мәсеттергә килгәндәргә әйтегеҙ, ҡурҡмаһындар, вакцина һалдырһындар. Юҡһа, был укол шайтандан ул тигәндәр ҙә бар.
Тулы материал иртәгә гәзиттә була. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас