Все новости
Иман
20 Июля 2021, 08:39

Иман нуры һүнмəһен

Зəк-Ишмəт ауылының мəҙəниəт йортонда бер байрам да иғтибарһыҙ үтмəй. Был ауылда һəр байрам үҙенсəлекле, шəп итеп уҙа.Йəкшəмбе көнө ауыл һəүəҫкəрҙəре, саф һауала, мəҙəниəт йорто алдында, Изге Ҡорбан байрамына арналған матур концерт ҡуйған.

Иман нуры һүнмəһен
Иман нуры һүнмəһен

Байрамды ауылдың имам хатибы Ғəли абый асыҡ тип иғлан иткəндəн һуң, ауыл хакимиəте башлығы Илшат Зəйнəғəбдинов ҡотлау һүҙҙəрен еткергəн, артабан ауылға иманға ҡағылышлы моңло йырҙар таралған. Ауыл мəсетенə йөрөгəн йəш балалар ҙа концертта үҙ һүҙҙəрен əйтеп, белгəн доғаларын уҡып ишеттергəн. Һəр ваҡыттағыса, байрам иҫтә ҡылырлыҡ үткəн. Афарин, зəктəр, артабан да ауылығыҙҙа иман нуры һүнмəһен.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: