

Бөгөн Ҡобан байрамының һуңғы көнө булды. Өс көнө дауамында мосолмандар һәр береһе, камил аҡылда, хәлле булғандары ҡорбан салды, туған-тыумасаны йыйҙы, фәҡирҙәргә хәйер өләште.
Холодный Ключ ауылынан көтмәгәндә шылтыратыу булды - килегеҙ, ҡорбан ашына саҡырам. Саҡырам тигәне Фәнил Ырыҫҡолов, биргәндә ал, бәргәндә - ҡас тигән принцип менән йәшәп өйрәнгәнлектән, унан бигерәк, аштан оло булмайыҡ тип, барҙыҡ. Холодный Ключтың гөрләп торған сағы тип әйтеп булмай, шәберәк саҡтары ла бар ине, шулай ҙа ағай-эне, килен-киштә, ҡоҙа-ҡоҙағый байтаҡ ҡына йыйылды. Фәнил Нуранбик улы, киң күңелле кеше, атаһы мәрхүм менән дә таныш инек, ул да шулайыраҡ булды, телгә лә аптырамай, эшкә лә шәп ине. Оломон тип тормай, атын егә лә бесәнгә китер ине. Улы әйтеп тә ҡарай, әҙер бесән алып ҡайтып ауҙарам, нимә тип йөрөйһөң, тик атай кеше тыңлай буламы, бесәненән бигерәк, тыуған ҡырҙары тартҡандыр уны. Әлеге ҡорбан ашында Нуранбик ағайҙы яҡты хәтирә менән телгә алдыҡ, бөтөн йорт-ҡураға уңыш теләнек. Туғандар барыһы ла иҫән-һау булһын тип, доға ҡылдыҡ. Фамилиялары уларҙың ырыҫтан башлана, ана шул ырыҫ ташлап китмәһен барыбыҙҙы ла.