Иман
23 Июля 2021, 09:01

Рәхмәттәребеҙ сикһеҙ

Мосолмандар өсөн Изге байрамдарҙың береһе - Ҡорбан ғәйете Аҡһарыла ла матур итеп үтте. Был көндө ауылдаштарыбыҙ барыбыҙҙы ла Ҡорбан итенән аш, былау бешереп һыйланылар. Ғәйет вәғәзен муллабыҙ Фәтих Ғәлиев уҡыны.

Рәхмәттәребеҙ сикһеҙРәхмәттәребеҙ сикһеҙ
Рәхмәттәребеҙ сикһеҙ

Байрам Марат һәм Гөлфиә Абукаевтар йортонда уҙғарылды, уларға шулай уҡ байрамды ойоштороусылар Нуриман Ҡолмөхәмәтов һәм Рәйфә Сәғҙиеваға, ҡорбан байрамына ит биргән Киров хужалығына, уның етәксеһе Дамир Байгилдинға һәм ярҙам итеп, табынды әҙерләшеп, йүгерешеп йөрөгән ҡыҙҙарға барлыҡ ауылдаштарыбыҙ исеменән ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Аҡһары ауылының ололары исеменән, Гөлсөм СӘЛИХОВА.

Гөлсөм апайҙың хаты ла гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас