Все новости
Иман
31 Июля 2021, 09:49

Зыяраттыҡына теймəгеҙ

Минең Латифа исемле бик тə уҡымышлы инəйем бар ине, ауыр тупрағы еңел булһын. Уның һөйлəгəне иҫемдə ҡалған: «Зыярат эргəһенəн үтеп бара инем, бер ағас ята шуны алып ҡайттым, яғырға ярар əле тип. Төндə төш күреп ятам: «Латифа ни эшлəп, балаларҙы илатып, ағасты алып ҡайттың?»- тинелəр. Иртəнсəк иртүк ағасты кире урынына зыяратҡа алып барып һалдым»

Зыяраттыҡына теймəгеҙ
Зыяраттыҡына теймəгеҙ

...2004 йылда, бер кеше, зыяраттың бер төргəк түлен алып барып бер яртыға һатҡан. Уларҙа өй төҙөй инелəр, өй ҙə төҙөлмəне ахыры, айырылышыу менəн бөттө. Хужаһы ла оҙаҡ йəшəмəне, үлде, уныһына ла 37-38 йəш ине. Түлде алып барыусы ла 59 йəшендə китеп барҙы. Шунан берəү икенсе ауылдан ине, Яҡупта кемделер ерлəгəндəр. Телəһə нəмə яһарға бер тимерсе бар ине, шул зыяратҡа ике балта яһап бирҙе, һабы ла тимерҙəн ине. Шуны сит ауыл кешеһе алып ҡайтып киткəн утын ярырға тип, бер күреп əйттем ҡустым, балтаны алып кил тип. Алып килмəне, ул да теге донъяға китеп барҙы 58-59 йəштəр тирəһендə. Зыяратҡа зыян китерəбеҙ тиһəлəр ҙə, ошо зыяратта ерлəнделəр. Был хəл, бер Яҡуп ауылында ғына түгел, 1-се Кинйə ауылының зыяратын Исхаҡов Зинур Закир улы уратҡайны, иң тəүҙə ағас бағана ҡарағай һайғауҙар менəн, уның да 5-6 һайғауын алып киттелəр...

Ҡорбанғəли Сөлəймəнов, Яҡуп ауылы

Ҡорбанғәли ағайҙың хаты тулы килеш кисә гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: