Все новости
Иман
24 Августа 2021, 14:17

Әүлиәләр рухына

- Ауылыбыҙ зыяратында дүрт әүлиә ҡәберлеге бар ине, улар рухына арналып ошо матур таш яһап ҡуйылды. Бер тонна ауырлығында булған ташты, плитәһен эшләү һәм алып ҡайтыу бергә 200 мең һум тирәһенә баҫты. 

Әүлиәләр рухына
Әүлиәләр рухына

Был сығымдарҙың барыһын да Өлфәт ағай Ҡобағошов үҙ кеҫәһенән сығарҙы. Ул үҙе алып ҡайтып ҡуйышыуҙа ла әүҙем ҡатнашты. Ауылыбыҙҙың аҡһаҡалдары, егеттәребеҙ алдан фундамент ҡуйып, Әүлиә ташын матур итеп ҡуйырға ярҙам иттеләр.
Сентябрь баштарында изге ташыбыҙҙы кәртәләп тә ҡуйырға планлаштырҙыҡ, был эштә беҙгә Өфөлә йәшәүсе ауылдашыбыҙ Филүс Үтәгәнов ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Был хаҡта тулы материал гәзиттә бөгөн баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: