Все новости
Иман
3 Сентября 2021, 13:43

Сауабын күрегеҙ

Кисә Илкәнәйҙең бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙары мәсеттәрендә өмә үткәргән. Улар иман йорттарын йыйыштырып, матур итеп йыуып сыҡҡандар.

Сауабын күрегеҙ
Сауабын күрегеҙ

- Быға тиклем стеналарын һылап тигеҙләү эштәрен башҡарғайнылар, әле беҙ йыйыштырып, таҙалап сыҡтыҡ. Был изге эштә ҡатнашҡан Рәйфә Буранғоловаға, Гөлнур Ғайсароваға, Гөлнара Сафароваға, Фәйрүзә Ишҡоловаға, Гүзәл Кусмаеваға, Лира Ҡолоеваға, Гөлфиә Шәриповаға, Фәриҙә Ҡотломбәтоваға ҙур рәхмәт. Башҡарылған эштәребеҙ үҙебеҙгә сауаб булып ҡайтһын, иҫәнлектә һәм именлектә йәшәргә яҙһын. Иман нурыбыҙҙы таҙалап бөткәс, аҙаҡ күмәкләп рәхәтләнеп ултырып сәй ҙә эстек, - ти Илкәнәй ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Гүзәл Мөхәмәтшина.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: