Все новости
Иман
7 Сентября 2021, 13:41

Һөйөнсө!

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_56353 https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_33875Айбулат Ишназаров:- Ярай тышын шапылдатып сайдинглап яһамағандар. Былтырғы Уңғар ауылында төҙөлөп бөтөп килгән мәсеткә ҡарата яҙылған фекер был. Фото былтырғы. Бына хат алдыҡ. Ҡыуанып ултырабыҙ. 

Һөйөнсө!
Һөйөнсө!

Һөйөнсө, һөйөнсө, мосолман ҡәрҙәштәр! Арыҫлан-Әмәкәс ауылында мәсет асыла! Ошо ҙур шатлығыбыҙҙы уртаҡлашыу өсөн 11 сентябрь көнө сәғәт көндөҙгө 12-лә райондаштарыбыҙҙы саҡырабыҙ.
Ололар ҙа, йәштәр ҙә был көндө түҙемһеҙләнеп көттө. Беҙ ҙә хәҙер байрамдарыбыҙҙы рәхәтләнеп иман йортонда үткәрәсәкбеҙ, Алла бирһә. Байрам етә башлаһа, кем өйөн бирер икән тип, баш вата торғайныҡ.
Мәсетте бөтә көсөн биреп, туғандарын, ауылдаштарын йәлеп итеп Илдус Рәшит улы Әмәкәсов урыны-еренә еткереп, барыбер һалдырып ҡуйҙы бит. Уға һәм мәсет төҙөүҙә ярҙам иткән барсаһына ла рәхмәттәребеҙ сикһеҙ.
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, ҡәҙәштәр, диндәштәр! Ауырыуҙарҙы, тәбиғәт афәттәрен еңеү өсөн күмәкләп доғалар ҡылайыҡ. Имен-һау булайыҡ, бер-беребеҙҙең шатлыҡлы мәлдәрен уртаҡлашып, уңыштарына һөйөнөп йәшәйек, тип ағинәйҙәр исеменән Зөләйха ҒАФАРОВА.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: