Все новости
Иман
11 Сентября 2021, 08:39

Бөтəбеҙ ҙə бер

Хөрмəтле гəзит уҡыусылар, Күмертау ҡалаһы һəм Көйөргəҙе районы халҡы!Боронғо ата-бабаларыбыҙ ғилем алыу өсөн йəйəүлəп əллə ҡайҙарға йөрөһəлəр, бөгөнгө күренештə был ер менəн күк араһы кеүек.

Бөтəбеҙ ҙə бер
Бөтəбеҙ ҙə бер

Имам-мөхтəсиб Азат хəҙрəттең һəм мөхтəсибəт ағзаларының тырышлығы менəн былтырғы йыл бигерəк тə əүҙем үтте. Бик күп саралар һəм изге эштəр башҡарылды. Пандемия булыуға ҡарамаҫтан, Ермолаево мəҙрəсəһендə уҡыуҙар ситтəн тороп та, мəсеттə лə бик əүҙем барҙы, Аллаға шөкөр. Ə йəйге каникулдарҙа Ермолаево мəсетен балалар тауышы биҙəне. Ураҙа айы бигерəк тə емешле үтте. Һəр кис һайын тиерлек ифтарҙар үткəрелде. Сабый балаларҙан башлап, йəше 90- дан ашҡан ололарға тиклем Күмертау, Ермолаевонан, тирə-яҡ ауылдарҙан, ҡалаларҙан, хатта Яр Саллынан килгəн ҡунаҡтар ҙа рəхəтлəнеп мəсеткə ифтарға йөрөп, вəғəздəр тыңланылар, дəрестəр алдылар. Имам-мөхтəсиб Азат хəҙрəт һəм уның урынбаҫары Айнур Ҡəҙимов, Миниəхмəт ағай мосолмандарҙы туплау, иман нуры таратыу, берлəштереү өсөн бөтə тырышлыҡтарын һалып, ең һыҙғанып эшлəнелəр һəм бик күп рəхмəт һүҙҙəре ишеттелəр.

...Уҡыуҙарға яҙылығыҙ, октябрҙə гөрлəтеп уҡый башларбыҙ, иншəллаһ!

Нурия ХƏЛИЛОВА, Көйөргəҙе районы һəм Күмертау ҡалаһы мөхтəсибиəттең ҡатын-ҡыҙҙар эштəре буйынса рəйесе.

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: