Все новости
Иман
15 Сентября 2021, 11:16

Иман артыр

Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһ, хөрмәтле дин ҡәрҙәштәребеҙ.11 сентябрь, Көйөргәҙе районы Арыҫлан-Әмәкәс ауылында өр-яңы мәсет үҙ ишектәрен асты. Мәсет асыуҙа мөхтәсибәт ағзалары: Имам-мөхтәсиб Азат хәҙрәт Хәлилов, мөхтәсиб урынбаҫары Айнур Ҡәҙимов, мосолман ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Хәлилова Нурыя Нурғәли ҡыҙы, район хакимиәте башлығы Ильясов Юлай Талха улы, Район советы башҡарма комитеты рәйесе Фәнит Моратбаҡыев, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Урал Ибраһимов, Данил Акилов, Шамил Зыяитдинов, Көйөргәҙе районы башҡорттары ойошмаһы рәйесе Юлай Ишмөхәмәтовтар ҡатнашты.Керәүле-Илюшкин ауыл хакимиәте башлығы Игорь Ворошилов сараны бик әүҙем һәм күркәм итеп ойошторҙо. Мәсетте ошо ауыл эшҡыуарҙары Илдус һәм Илшат Әмәкәсевтар төҙөнө.

Иман артыр
Иман артыр

Эльза Васильева, Керәүле-Илюшкин ауылы, Көйөргәҙе районы йәмәғәт палатаһы рәйесе:
- Был мәсетте төҙөтөүсе Илдус Рәшит улы Әмәкәсов, ауыл өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур, изге эш башҡарыуын билдәләп үтер кәрәк. Уның үҙенә, атай-әсәһенә, яҡындарына ошо ҙур бүләк өсөн, ауылын, үҙ халҡын онотмай, улар өсөн ҙур эштәр атҡарыуына оло рәхмәттәр еткерәбеҙ.

Иман йорто – ошо матур, өр-яңы мәсет ауыл халҡына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, ишектәре бер ҡасан да ябылмаһын, халыҡ бында күпләп йөрөһөн, иманды онотмаһын тип теләйем. Тағы ла, Аллаһы Тәғәлә, кешеләрҙең йөрәктәрен изгелек, тыныслыҡ, изгелек менән тулыландырһын ине, бер-беребеҙҙе яратып, хөрмәт итеп, ярҙам итешеп йәшәйек. Күңелдәрҙә булған ҡаралыҡ, яуыз уйҙар, нәфрәт, ғонаһтарыбыҙ барыһы ла беҙҙән китһен, таҙа күңел менән, киләсәк быуынға өлгө булып, барыһы ла татыу йәшәһен ине, тип теләйем.

Тулы материал гәзиттә кисә сыҡты. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: