Все новости
Иман
3 Октября 2021, 10:29

Ашыҡма, ғүмер

Яманһарыла тормош тыныс, яй ғына аға кеүек - ығы-зығы, әпәләнеү юҡ. Бәлки, был ауылдың, башлыса, ололар төбәгенә әйләнеп барыуына бәйлелер? Оло кеше шулай ашыҡмаҫ була, әйтер һүҙен дә уйламай әйтмәй, бер ҡайҙа ла бик ҡабаланмай - донъяның асылын күптән аңлаған инде ул.

Ашыҡма, ғүмер
Ашыҡма, ғүмер

Әл дә ауылдарында, үҙҙәре тырышлығы менән, мәсет һалдылар, хәҙер күп саралар ошонда уҙа, кемдер, диндә әлепте таяҡ тип белмәгәне, иманға килде хатта - ауыл имамы Ришат Йәмилев өсөн ошонан да ҙурыраҡ шатлыҡтың булыуы мөмкинме?
Бына, Ололар байрамы тигәс, сәй табыны әҙерләнеләр, ашыҡмай-ҡабаланмай, байрам иттеләр. Ғүмер былай ҙа тиҙ үтә, ултырһындар әле бер (хәҙерге заманда уныһы ла аҙ эләгә) - ваҡыт туҡтап торһон, ашыҡтырмаһын. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: