Все новости
Иман
10 Октября 2021, 09:46

Изге яңылыҡтар ғына көтһөн

Бер мәртәбә Таймаҫта булды, аҙағыраҡ башҡа ауылдарҙа ла булды бындай хәл. Бер саҡ хатта магазиндан алғанда ла осраны - серле тамғалы йомортҡа. 

Изге яңылыҡтар ғына көтһөн
Изге яңылыҡтар ғына көтһөн
Мөғжизә көтөп йәшәргә яратҡан халыҡ булараҡ, бындайға осраһаҡ (дин тураһында һүҙ бара бит, Көръәндән  яҙыуҙарҙы ҡайҙа ғына осратмайҙар, хатта океанолог Ж. Кусто диңгеҙҙә бындай яҙыуҙы осратҡан тиҙәр, аҙаҡ Исламға күскән), шунда уҡ яҡшы хәлдәр, аҙағы һәйбәт тамамланған тарих көтә башлайбыҙ, барыһын да яҡшыға юрайбыҙ. Башҡаса булмай, бәндәне өмөт, тимәк, мөғжизәгә ышаныу йәшәтә. 
Урта Бабалар ауылында кисә бер тауыҡ ошондай күкәй һалған. Хужабикә Ғәниева Фәриҙә апайҙың шатлығы эсенә һымай - яҡшыға ишара был. Хужабикә менән бергә беҙ ҙә шатланабыҙ: алда тик яҡшы хәбәрҙәр, изге яңылыҡтар ғына көтөп торһон, апай. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: