Все новости
Иман
1 Ноября 2021, 20:31

Ожмахҡа табан юл

- Һеҙҙе ҡайтҡанда фәрештәләр оҙата барыр,  -тине Рәмил мөфтөй, - матур ғына ҡайтып етерһегеҙ. Ысынлап та шулай булды, Салауат ҡалаһынан Күмертауғаса йырлап ҡына барҙыҡ, ҡайтып еттем тигәндә генә ГАИ туҡтатты. 

Ожмахҡа табан юл
Ожмахҡа табан юл
Ожмахҡа юл бер ҡасан да рәхәт булмай тигәйне мөфтөй үҙе, еңел юл менән барырға теләгәндәр унда эләкмәй. 
Салауат ҡалаһына, барлыҡ республика, хатта унан да ары ерҙәргә даны таралған Аннаби мәсетенә, яҙмыш ҡушҡас, барып ҡайттыҡ. 
Рәмил Насыров - үҙенсәлекле кеше, ярты көн буйы ултырҙыҡ, һөйләшер һүҙ бөтмәне. Беҙҙе күберәк, дингә ҡағылышлы булһа ла, донъяуи хәлдәр борсой, шуларға яуап эҙләнек. Мәсетте күреп таң ҡалдыҡ - ун йылдан артыҡ төҙөлгән мөһабәт бина ул.
Салауат үҙенсәлекле ҡала - бында әллә нисә төрмә бар, мөфтөй үҙе, Салауат төрмәләренән тыш, Мәләүездекенә лә, Стәрлетамаҡтыҡына ла йөрөгән, йөрөй, уның арҡаһында кеше үлтереүселәр ҙә хатта дини юлға баҫҡан....
Материал киләһе һандарҙың береһендә була.   
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: