Все новости
Иман
9 Ноября 2021, 11:52

Булғаны матур булһын

Республика башлығы хакимиәте етәксеһе А.Сидякин быйыл йәй генә Күмертауҙа булып киткәйне. Сәфәре ҡала мәсете өсөн бик файҙалы булды - мәсетте ремонтлауға 5 миллион һум аҡса бүленде  https://youshatir.ru/articles/iman/2021-06-24/v-k-mertau-nachal-rabotu-seminar-soveschanie-muhtasibatov-duhovnogo-upravleniya-musulman-2407064 

Булғаны матур булһын
Булғаны матур булһын
Ремонт мәсеттә шәп бара, түбәһен яңыртып бөткәндәр инде (әҙәм күрке сепрәк тигән ише, мәсет ныҡ матурайып киткән), әле ҡоймаларын алмаштырып йөрөйҙәр. Салауат хәҙрәт Баймөхәмәтов тә ошонда, мәсетенең үҙгәрештәренә ҡыуанып йөрөй.
- Ремонтты төрлө ойошмалар башҡара, - тине беҙгә, - осона тиҙҙән сығып ҡуйырбыҙ. 
Юшатыр әллә нисә рәт Күмертауға яңы мәсет кәрәк тигән темаға яҙғаны булды (был теманы әле өйөндә генә булған Б. Беляев башлағайны), булғаны матур булһа, яңыһы нимәгә?
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: