Все новости
Иман
15 Ноября 2021, 13:42

Юл - йәш имам-мөхтәсибкә

Бына донъя, бына үткән ғүмер, яңы ғына беренсе класҡа китеп бара ине лә баһа. Күҙ алдында үҫте ул, буйға ла, башҡа йәһәттән дә - Айнур Ҡәҙимов яңы ғына Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе итеп тәғәйенләнде. Айнур хәҙрәт менән, был яңылыҡты ишеткәс тә, осраштыҡ.

Юл - йәш имам-мөхтәсибкә
Юл - йәш имам-мөхтәсибкә
 Тәү проблема -  кадрҙар, -  тине имам-мөхтәсиб, - ауылда имам бар ҙа кеүек, тик белеме һайыраҡ, ошо йәһәттән эште башлайбыҙ, уҡыуҙар ойошторабыҙ. Йәштәр менән эшләүҙе әүҙемләштерәбеҙ, улар беҙҙә ныҡ күп, иманға килгәндәрҙе әйтәм. Мохтаждарҙы аҙна һайын ашатыуҙы ойошторабыҙ....
- Район, ҡала динен өҫтөңә алырға шунда уҡ риза булдыңмы, ныҡ йәшһең, дин өлкәһендә проблемалар ҙа байтаҡ, Күмертау менән Көйөргәҙе диндарҙары араһы һыуыҡ, үҙ-ара килешеү юҡ, мәсеттәр (ҡаланыҡы ла хатта) килһәң, йыш бикле тора...
Ҡыҙыҡлы ғына әңгәмә килеп сыҡты - ул иртәгә гәзиттә баҫылыр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: