Все новости
Иман
17 Ноября 2021, 16:54

Юл - йәш имам-мөхтәсибкә

- Тәүге ҡарашҡа бөгөнгө көндә иң ҡырҡыу торған проблема  - Күмертау менән Көйөргәҙе диндарҙары араһы һыуыҡ, һин уларҙы берләштерер өсөн ниндәй аҙымдарға барасаҡһың, бәлки быға бәйле берәй пландарың да барҙыр?

Юл - йәш имам-мөхтәсибкә
Юл - йәш имам-мөхтәсибкә

- Эйе, ысынлап та, был бик ҙур мәсьәлә һәм уны хәл итергә кәрәк. Ә, дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡала һәм район мәсете генә айырым тормош менән йәшәмәй, шулай уҡ райондың күп мәсеттәре үҙ аллы йәшәй. Бына йыйылыштарҙа булғанығыҙ бар, ҡайһы бер ҙур ауылдарҙың, көслө мәсеттәренең имамдары бөтөнләй килергә теләмәй, йыйылыштарҙа ҡатнашмай. Мин элек, был хәлде ситтән генә күҙәтеп йөрөнөм, хәҙер мәсеттәрҙе үҙ ҡул аҫтыма алғас, был мәсьәләне хәл итергә тырышасаҡмын. Күп имамдар менән уртаҡ тел таптыҡ, бына кесе йома бар имамдарҙы ла саҡырып ҙур йыйылыш яһарға ниәтләйбеҙ. Шул йыйылышта, уларға ярҙам итергә теләгебеҙ бар икәнлеген аңлатырға тырышасаҡбыҙ.

Мәсеттәр йылытыу миҙгеленә әҙерме, кем утын яға, мейестәре эштән сыҡмағанмы, барыһын да һорашып, берләшеп, ҡулыбыҙҙан килгәнсе бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәргә, тигән уйҙар бар.

Ысын күңелдән изгелек эшләһәң, Аллаһы Тәғәлә һиңә икеләтә ҡайтара. Мохтаждарҙы ашатыуҙан тыш, мәсет менән берлектә, мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе һуңғы юлға оҙатышыу йолаһын башҡарырға тигән уй бар. Сөнки бөгөнгө көндө, ритуал үҙәге эшселәре мосолман кешеләрен күмеү өсөн һыҙырып аҡса алып ҡала, йолаһын да тейешле итеп башҡармай, ҡәбер ҡаҙыу, ләхет алыуҙы дөрөҫ башҡармайҙар, шул уҡ кәфенлекте генә алғанда, уның ысын хаҡы яҡынса 500 һум, улар 5 меңгә һата. Беҙ шундай ойошмаһа эшләһәк, хаҡтары ла тейешле булыр ине, йолаһы ла дөрөҫ үтәлер инер. 

Интервью тулы килеш үткән һанда гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: