Все новости
Иман
20 Ноября 2021, 10:32

Ҡалайтайыҡ икән?

- Һеҙҙе күптән тота алмай йөрөй инем, - Рамаҙан мәсетендә бер ағай шулай тип еңдән тартты, таныш түгел үҙе, - бер һорау тип әйтәйемме, үтенесме, тағы нимә тием, аптырағандандыр, моғайын, һеҙгә мөрәжәғәт итергә ине. Беҙҙең Айсыуаҡ ауылы зыяратын күргәнегеҙ бар бит, шундай өмәгә тип сығабыҙ, тик халыҡ йүнле сыҡмай.  

Ҡалайтайыҡ икән?
Ҡалайтайыҡ икән?

Нимә ҡылырға ла белмәйбеҙ. Күпме кешенең, беҙҙең мосолман халҡының, туғандары ошонда ята, өндәшеп ҡарайһың, булмай. Сыҡҡан халыҡ бик аҙ. Ә Айсыуаҡ бит ҙур ауыл. Зыяратыбыҙ ҡапҡаһын А. Күсәрбаев эшләне, будкаһын Д. Никитин яһаны, ауыл башлығы М. Букреева ла нимә һораһаң да ярҙам итеп тора, рәхмәт яуһын. Бағаналары ауып бара, шуларҙы ла яңынан ултыртырға иҫәп. Әле НГДУ-ға барырға йөрөйөм, тимер-томорон бирмәҫме тим. Мин үҙем ситтән килгән кеше - Борайҙан- шулай ҙа йәшәгән ауылым өсөн борсолам. Ҡалайтып ҡарайыҡ икән?

Ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы һорау. Әле ҡар ятты, ҡоро ергә аяҡ баҫҡансы өмәләр туҡталып тора, шулай ҙа был һорауға яуап эҙләп ҡарарбыҙ. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: