Все новости
Иман
21 Ноября 2021, 10:38

Мәсеттә хәҙер йылы

Ҡаҙан 2003 йылда ҡуйылған, иҫкергән, боҙолоп, йүнле йылытмай йонсотҡан. Газовиктар мәсеттең мейесен алмаштырырға тип бер нисә тапҡыр иҫкәртмә яҙып киткәндәре лә булған. Шуны яңыға алмаштырып ҡуйыу маҡсаты менән, мөхтәсибәт битараф булмаған, изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәрҙән яңы мейес һатып алыуға аҡса һорап мөрәжәғәт иткән. Бер көн эсендә мәсет ҡаҙнаһына яҡынса 20 мең һум аҡса килеп тә төшкән.

Мәсеттә хәҙер йылы
Мәсеттә хәҙер йылы

Ай ярым ваҡыт эсендә, мәсеткә өр-яңы ишектәр ҡуйғандар, поликарбонаттан ишек өҫтөнә япма яһатҡандар. Шуға күрә, ҙур майҙанлы мәсеткә ярашлы ҡаҙанды алыу өсөн аҡсалары етмәгән һәм улар халыҡтан ярҙам һорарға булғандар. Изге эш тигәндә, халыҡ уйлап та тормай аҡса күсерә лә башлаған, бер көн эсендә мәсет ҡаҙнаһына яҡынса 20 мең һум аҡса килеп тә төшкән. Аҡса килеү менән, был эште әүҙем алып барыусы, йәш имам-хатиб Ильяс Хәҙрәт, Мәләүездә урынлашҡан, мейестәр һатылған магазин хужаһына барып, алдан күпмелер суммаһын түләп котелды алып, ҡалған суммаһын яйлап түләү мөмкинселеге хаҡында һөйләшеп, магазин хужаһынан ризалыҡ алып ҡайтҡан. Мәсет хужалары котелды урынлаштырып, эшләтеп ебәреп, аҡса йыйыуҙы туҡтатһалар ҙа, халыҡ һаман да мейес өсөн аҡса алып килә икән. Хатта үҙҙәре ярҙамға мохтаж булғандар ҙа иң тәүгеләрҙән булып аҡса күсереүе шатлыҡлы, тип билдәләй мөхтәсибәт.

Материал тулы вариантта гәзиттең үткән һанында баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: