Все новости
Иман
22 Ноября 2021, 15:48

Рамаҙанда - Мәжлес

Ермолаевоның "Рамаҙан" мәсете дини кешеләрҙең һәм, ғөмүмөн, диндән алыҫ торғандарҙың да хатта, күңелдәрен тартып торған урынына әүрелде. 

Рамаҙанда - Мәжлес
Рамаҙанда - Мәжлес
Бында өҙлөкһөҙ саралар булып ҡына тора. Бөгөн тағы ла йыйылғандар. Нимә бара унда, тип ҡыҙыҡһынғас, Мәжлес тип яуап бирҙеләр. 
Мәжлес тигәс, беҙ, ҡунаҡҡа йыйылып, ашап-эсеп, гармун тартып, "Күбәләк гөлдәргә ҡунһа..." тигән типтағы йырҙарҙы йырлашып ултыра торған сара тип күреп күнеккәнбеҙ. Улай түгел шул. 
Мәжлес - халыҡтың, бергә йыйылып, етди мәсьәләләрҙе хәл итә торған, кәңәш ҡорор урыны тип тәржемә ителә.
Кәңәштәр берекһен, ҡәрҙәштәр. Маҡсаттар тормошҡа ашһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: