Все новости
Иман
25 Ноября 2021, 15:30

Шуның менән шул

Диндарҙарға урын етмәй - бәғзеләр ошолайыраҡ уйлауы бар, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөхтәсибәте үҙенә урын эҙләй. Киң, яҡты, йылы, иркен бина кәрәк. Нимәгә ул? Мөъмин кеше, теләгән ваҡытында килеп, зауыҡ алыр бина булһын - намаҙ уҡыу ғына түгел, дини дәрестәр алыу, спорт менән шөғөлләнеү, ҡунып, сығып китеү... Бөгөн ҡала башлығы Олег Фроловты әйҙүкләп Күмертауҙың буш торған элекке типография бинаһына алып килделәр: ошо бина беҙгә тәғәйен һымаҡ. Беҙ ҙә сәфәр ҡылдыҡ был бинаға, үҙебеҙҙең әллә нисә йылдар эшләгән урын, илап ебәрмәҫ өсөн күп көс һалырға тура килде, күп яҡты иҫтәлектәр ошонда ҡалды.

Шуның менән шул
Шуның менән шул
 - Оһо, бынау ерендә көрәшселәр өсөн елле генә урын булыр ине, - Айнур Ҡәҙимов хәҙрәт, элек станоктар торған ҡотһоҙораҡ залды күреп, шулай тип һөрәнләп ебәрҙе. Олег Юрьевич аҙ һүҙле булды, байҡап ҡына сыҡты (уның бында беренсегә килеүе).
Был бинала әле маникюр бүлмәһе бар, инглиз теленә уҡыталар ҙа бер магазин бар. Бөттө. Бер тегенсе бар ине (арендатор) уныһы аҡсаһын да түләмәй ҡасты - коронавирус осоронда битлектәр тегеп, беҙҙе дефициттан ҡотҡарғайны.
Бина - БР Ер һәм милек министрлығына ҡарай, әле һатыуға әҙерләйҙәр. Һатыуға ҡуйылһа, ҡала хамимиәте, бәлки, һатып алыр ине лә, уны мосолмандарға бирер ине. Өмөтһөҙ - шайтан. Әйткәндәй, типографияның бер бүлмәһен Нурия апай Хәлилова алған да инде, әле ремонт бара, Хәйҙәр Ғайсин эшләй уны. Бында дини дәрестәр биреләсәк. Әле 80-ләп кеше яҙылған да икән был дәрестәргә. Аренда хаҡы айына 5 мең һум самаһы буласаҡ, уны Зиннур Исхаҡов үҙ өҫтөнә алырға булған.  
Шуның менән шул. Торараҡ нисегерәк булыр - яҙырбыҙ. Хәбәр күп әлегә, уларҙы йәйелеп китеп тыңламаныҡ, Б. Беляев та яңы мәсет һалам тип башлағайны эшен, ә хәлдәр, ана ҡалайыраҡ булып китте, ни мәсет юҡ, ни үҙе юҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: