Все новости
Иман
27 Ноября 2021, 09:09

Беҙ бергә

Бисмилләһир – рахмәниир –рахиим. Әссәләмәғәләйкүм һөйөклө туғандар, “Юшатыр” гәзитен яратып уҡыусылар!22 ноябрҙә Ермолаево мәсетендә Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының мөхтәсибәте ойоштороған “Беҙ бергә” тип аталған мөслимәләрҙең асыҡ йыйылышы үтте.Һауа торошоноң буранлап тороуына ҡарамаҫтан, был күркәм сараға Ермолаево, Күмертау, ауылдарҙан 50-ләгән ҡатын-ҡыҙ йыйылды.

Беҙ бергә
Беҙ бергә

Беҙгә ҡалһа, ошо йәштәргә ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтеп, берҙәм булып, бергә йәшәү, ауылдарҙа, ҡалабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың ролен күтәреү, уларҙы берләштереп, берҙәм эшкә йәлеп итеү. Ошо йәһәттән изге ниәттәр менән асылған Күмертау ҡалаһындағы Дини мәҙәни үҙәктә дини ғилем, тәрбиә биреү менә бергә киң ҡолас йәйеп, бергәләп, ең һыҙғанып эшләү өсөн уҡытыусылар, тәрбиәселәр әҙерләү кәрәк буласаҡ. Эшләнәсәк эштәр, пландар тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Үҙебеҙҙең аранан бөтә эштәрҙе ойоштороу өсөн актив һайлап ҡуяйырға булдыҡ.
Артабан һүҙҙе Ермолаево мәсетенең иң әүҙем, бөтә яҡлап та өлгөлө, ярҙамсыл, Нәйлә Камил ҡыҙына һәм уның тормош иптәше Шамилға һүҙ бирелде. Ете йыл дауамында Ермолаево мәсетендә, шулай уҡ Күмертауҙағы Көнсығыш мәхәлләлә дин дәрестәрен алып барған Әнисә ханым, Айсыуаҡтан Вилүрә ханым һәм Зәк-Ишмәт ауылының имамы Ғәли хәҙрәттең сығыштарын бөтәһе лә иғтибар менән тыңланы...

Нурия Хәлилова, мосолман ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе

Нурия апайҙың хаты тулы килеш үткән һанда баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: