Иман
23 Февраля 2022, 08:50

Мәсет - Алла йорто

Райондың имамдары бергә йыйылдымы, уларҙы ситтән генә күҙәтеп, тыңла ла ултыр - бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғилем алырға була.

Мәсет -  Алла йортоМәсет -  Алла йорто
Мәсет - Алла йорто

Бөгөн Рамаҙан мәсетендә тап шулай ғилем көнө. Ауыл имамдары йыйылды. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов, үҙе белемле кеше, телмәре бик үтемле яңғыраны, ябай, аңлайышлы.

- Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, беҙҙең алда оло һынауҙар тора. Рамаҙан айына тиҙҙән аяҡ баҫасаҡбыҙ, бойороған булһа. Был изге айҙы беҙ тейешенсә үткәрергә тейешбеҙ, мәсеттәр гел, төндә лә, асыҡ торорға тейеш. Мәсеттәрҙе "минеке" тип ҡабул итмәгеҙ, ул -- Алла йорто. Теләгән һәр әҙәми зат унда тәүлектең төрлө сәғәтендә керә алһын. Был кешене яратмайым, теген яратам тип береһен дә айырмағыҙ, гонаһ алмағыҙ. Ауыл хакимиәттәренең ҡайһылары беҙҙең имамдарҙы һанға һуҡмай, Данил Зиннәтович, был эште беҙгә яйларға кәрәк. Юғиһә, кемеһелер дин эшенә ҡыҫылып, хатта имамды мәсеттән, күтәреп тейерлек, алып сығып ташланған мәлдәр ҙә булды. Тағы бер  нәмә, район хакимиәтенә өндәшеү: беҙҙе - диндарҙарҙы - үҙегеҙ үткәргән сараларға ла саҡырығыҙ. Кисә Күмертау ҡала Советы сессияһында булдыҡ, түргә ултырттылар, ҡаланың дини тормошо тураһында видеоролик күрһәттеләр. Район да ошондай өлгөгә эйәрһә ине. 
....Быйыл районда Ҙур Ҡорбан байрамы үткәрәбеҙ, Бахмут биләмәһендә Һабантуй урынында үтәсәк.... Үрге Бабала тиҙҙән мәсет һала башлайбыҙ...
Тулы материал гәзиттә изге көндө - йомала баҫыласаҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас