

Янғын һүндереүселәр хилафлыҡтар тапҡан: ҡыйығын япҡан материал ярамаған материал, коридорҙың бынау ерен ҡамарға кәрәк, фәлән-фәсмәтән-төгән...
Бына һиңә кәрәкһә. Беҙ был насар хәбәрҙе ишетеү менән (Юшатырҙа үткән һанда яҙылды был хаҡта), Салауат хәҙрәт Баймөхәмәтов янына ашыҡтыҡ.
- Аптыраш, 30 йылдан ашыу эшләйем, бындай хәлдең булғаны юҡ ине. Әлегә мәсетте япмай торалар (Ермолаево универмагы иҫкә төштө), шулай ҙа нимәлер эшләргә кәрәк. Һүтеп алған иҫке профнастилды кире ябығыҙ тиҙәр, уларҙы һүткәндә пыраң-зараң килтереп һүттеләр, нисек кире ябаһың? Бөтөн килешмәгән ерен килештерер өсөн 700 мең һум самаһы аҡса кәрәк була. Шулай ҙа бойоғоп ултырмайбыҙ, Хоҙай ярҙамынан ташламаҫ, был ҡыйынлыҡты мотлаҡ йырып сығырбыҙ.
Салауат хәҙрәт беҙгә доға ҡылды:
- Халыҡ тип, изге юлда йөрөһөгөҙ, балаҡай, эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, изге ниәттәрегеҙ ғәмләгә ашһын.
Эстән генә беҙ ҙә ҡабатланыҡ:
- Барлыҡ ҡаланың ҡарап торған дини ҡорамы Күмертауҙа аҙаҡҡы мосолман ҡалғансы гөрләп эшләһен, Салауат хәҙрәттең үҙен бөтөн бәлә-ҡазалар, касафаттар урап үтһен, иҫәнлектән айырмаһын. Амин.