

Был көндө Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарҙы ярлыҡауын һорайыҡ, ихлас күңелдән доғалар уҡыйыҡ, изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ. Мохтаждарға, сирлеләргә, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә хәйер-саҙаҡа биреү айырыуса сауаплы. Был кистә әҙәм балаларының артабанғы яҙмышы, ашар ризығы, байлыҡ йә ярлылыҡ хәле, тормоштағы дәрәжәһе һ.б. билдәләнеп ҡуйыла. Был мосолман байрамының ғәрәпсә атамаһы – “Ләйләтүл-бәрәат”. Беҙҙең телгә тәржемә иткәндә, “аҡланыу”, “ҡотолоу” тигән мәғәнәне бирә.
Аллаһ был кистә гонаһтарҙы (бәндәләрҙең) ғәфү итер. Ғәфү ителмәүселәр - мөьминдәр менән талашыусылар, мосолмандарҙы кәмһетеүселәр, туғанлыҡ хисен, араларын киҫеүселәр, тәкәбберҙәр, ата-әсәһен рәнйетеүселәр, ғүмерҙәрен эскелектә үткәреүселәр...
Был кистә "Фәтиха" сүрәһенән һуң "Аятел-Көрси" менән "Иннә- әңзәлнәһ.." сүрәләрен уҡыу - күркәм ғәҙәт. Был кистә 3 мәртәбә "Йәсин" сүрәһе уҡылыр. 1 -се мәртәбә уҡығанда уҡыусының ниәте Аллаһтан оҙон ғүмер һорауҙан ғибарәт булыр, 2-сеһендә бәлә-ҡазаларҙан именлек һорар, 3-сө мәртәбә бәрәкәт артһын, тип уҡыр.
Аллаһы Тәғәлә беҙҙең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итһен!