Ермолаевоның Рамаҙан мәсетендә бөгөн ҡәҙимге көн түгел, бындай мәлдәрҙең булғаны ла юҡ ахры: кемдең туғаны, балаһы, ағаһы... Украинала махсус операцияла йөрөй, шуларҙы йыйҙылар. Беҙ барып инеү менән: эһем, был сараны яҡтырмаҫҡа ине бит әле тип ишараланылар. Беләбеҙ, аңлайбыҙ. Бындай осраҡта ят күҙ-ҡолаҡтың булыуы кәрәкмәй, туғаны "тегендә" йөрөгәндәрҙең Аллаһ менән икәүҙән-икәү генә ҡалғыһы килә.
Иртәндән алып мәсеткә 3 кеше килеп киткән, мәсеттә тағы ла бишәү ине, уларҙан тыш, йәнә бер нисәһе килергә теләк белдергән. Беҙ сығып барышлай бер ағай осраны. Малайым Украинала, офицер, тине. Өмөт тулы ҡараштарын мәсет эсенә йүнәлтте...
Диндән ярҙам һорап, уға һыйынам тип килгәндәр алдында Айнур, Ильяс хәҙрәттәр сығыш яһай, Наилә апай Айсыуаҡова, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, һүҙ әйтәсәк (иң кәрәкле һүҙҙәрҙе генә табырға ине). Ғаилә үҙәгенән психолог киләсәк...
Хәйер һалдыҡ. Намаҙға баҫтыҡ. Диндә белем һай, әлепте таяҡ тип белеү бик юҡ, кеше нимә эшләй, шуны ҡабатланыҡ, торһалар, торабыҙ, ултырһа, ултырабыҙ. Намаҙ мәлендә яндағы диндарҙар нимәлер тип ауыҙ эсенән генә шыбырлай, нимә әйткәндәре аңлашылмай, беҙ ҙә шыбырланыҡ (Аллаһ, моғайын, ишетер, аңлар): уландар иҫән ҡайтһын!
Бөгөн - Бәхет көнө. Эй, Алла, бәндәләреңде атай, әсәй, ҡатын, бала бәхеттәренән генә мәхрүм итмә. Амин.