Все новости
Иман
30 Марта 2022, 13:37

Ай балалары

Айнур һәм Айһылыу. Икеһе лә йәш, икеһе лә матур, икеһе лә диндә, бына алдыбыҙҙа айҙай балҡып ултыралар. 

Ай балалары
Ай балалары
Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов өйләнә тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды, туйҙар ни, була тора, үтә тора, тик был туй башҡаларҙыҡынан барыбер айырыла кеүек. Район һәм ҡаланың имам мөхтәсибе өйләнә. Бөтәһенә лә ҡыҙыҡ, кәләш ниндәйерәк икән? Кисә йәштәрҙе никах туйҙары менән ҡотлап, бер кәлимә һүҙ яҙғайныҡ, ә үҙебеҙҙең тереләй күргәнебеҙ юҡ, шөкөр, бөгөн бәхетле парҙың янында ултырырға насип булды. 
Күмертауҙың дини үҙәгенә ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды. Нурия Хәлилова, мәжлесте алып барыусы булараҡ, һәр береһенә ҡотлау һүҙҙәрен әйтергә ирек бирергә тырышты. Ундайҙар күп булды, хатта илап та алдылар - шатлыҡ йәштәрен тыя алманылар.
Саҡ ҡына уңайһыҙ булһа ла, һөйләйек. Нурия Хәлилова, йәштәрҙең күҙен дә астырмай маҡтауҙан тыш, беҙҙе лә үлтерә яҙып маҡтаны. 
- "Юшатыр"ҙы алдырығыҙ. Уларҙың эшен беләм, ныҡ ауыр. Шулай ҙа барыһына өлгөрөп, ана ниндәй матур гәзит сығаралар. "Юшатыр" килһә, Фәйез менән мин алдараҡ уҡыйым, юҡ мин тип, талашып китә яҙабыҙ. 
 
Бүләктәр тапшырҙылар. Бына беренсе класс бирә бүләген тине Нурия апай, бына икенсе кластыҡылар бирә. Уртаға бәләкәй балалар сығып баҫып, шиғыр һөйләйме әллә тип көтөп ултырһаҡ, инәйҙәр сыҡты. Дини белем алып йөрөгән "балалар" ҡотлай икән. 
Беҙ ҙә буш ҡулды һелтәп барманыҡ, юрған алып барҙыҡ. Көлдөләр. Нимәгә ишара яһайҙар былар тинеләрме, ишараһы шул: бергә, йылығыҙҙы бүлешеп йәшәгеҙ, күп итеп үҙегеҙ һымаҡ матур, иманлы балалар үҫтерегеҙ, АЙнур, АЙһылыу. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: