

Был изге ай беҙҙең күңелдəребеҙҙе иман нурына ҡойондорһон, яҡшы яҡҡа үҙгəртһен! Аллаһы Тəғəлə һеҙҙе ҡайғы-хəсрəттəрҙəн, үҙ-ара үпкəлəшеүҙəрҙəн, ауырыу һəм юғалтыуҙарҙан һаҡлаһын. Балаларыбыҙ, уларҙың ата-əсəлəре һау сəлəмəт булһын, улар бер-береһен ихлас күңелдəн яратһын һəм ихтирам итһен!
Изге Рамаҙан айында уҡылған һəр намаҙыбыҙ күңелдəребеҙгə барып етһен. Хоҙай Тəғəлəгə һыйынып иҫəнлектə-һаулыҡта, татыулыҡта ғүмер итəйек. Рамаҙан айы хəйерле үтһен.
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ, районы муниципаль район хакимиəте башлығы.