Иман
2 Апрель 2022, 08:58

Мөбәрәк булһын Рамаҙан!

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы: 

Мөбәрәк булһын Рамаҙан!Мөбәрәк булһын Рамаҙан!
Мөбәрәк булһын Рамаҙан!

Мосолманға яҡшы сифат
Онотмаһа ине Алланы,
Алланы әгәр онотһа
Була диндең – дошманы.
Мосолман булһын – шәфҡәтле,
Ҡуркһын һәр саҡ Аллһтан.
Аллаһ күктең, ерҙең нуры
Һүнмәһен ул ялғыштан.
Бәндәләрҙең күңелендә
Нурҙары балҡып торһон,
Уйламаһын насарлыҡтар
Ғонаһтарҙан һаҡланһын.
Енәйәттәр эшләнмәһен,
Айырылмағыҙ Имандан.
Яман күҙҙән һаҡланығыҙ,
Йыраҡ булайыҡ шайтандан.
Насар юлға баҫмағыҙ
Ҡөрьән хөкөмө көтә,
Иҫтә һәр саҡ Пәйғәмбәр
Ышанайыҡ беҙ дингә.
Собханалла, тип әйтәмен
Ислам дине ул – бик көслө,
Ураҙа менән башлайыҡ
Хоҙай биргән айҙы, көндө.
Динле кеше була ғибәҙәттә,
Уҡый доға, тәбих тарта.
Ялғыҙлыҡта доға – юлдаш
Ярҙам итә ҡартлыҡта.
Кермәһәң кеше өлөшөнә,
Бүлеп бирһәң байлығын,
Доғаларға, теләктәргә
Хоҙай бирер һаулығын.
Әҙәп менән тәртипкә
Ҡөрьән – Кәрим өйрәтә,
Ураҙа тотһаң, хажға барһаң
Бәндәне ожмах көтә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас