Иман
6 Апрель 2022, 04:34

Йомартлыҡ айы

Изге айҙың тәүге ун көнө ураҙа тотоусыларға Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтен, шәфҡәтен бирә, ә икенсе ун көнө гонаһтарҙан таҙарта, ә өсөнсөһө Тамуҡ утынан ҡотҡара, тип иҫәпләнә.

Йомартлыҡ айыЙомартлыҡ айы
Йомартлыҡ айы

Бынан тыш, был аралағы һәйбәт ғәмәлдәр өсөн изгелектәр үҙеңә өсләтә әйләнеп ҡайта. Ныҡ өлкән йәштәгеләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙаҡаһы бирә алалар. Уның һәр көнө 250 һумға тиң, был сумма төбәктәге төп аҙыҡ-түлек хаҡына ҡарап иҫәпләнә. Ошо аҡса өлкән кешене бер көн туҡландырыуға етергә тейеш. Ураҙа тота алмаған осраҡта диндар айына 7500 һум бирә. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә. Шуны белеү фарыз: был ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай. Ғибәҙәтте һәр кем үҙе үтәргә тейеш.

Илшат хәҙрәт Ғәҙеләйевтең барлыҡ фекерҙәре йома һанында гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас