Иман
8 Апрель 2022, 13:18

Һорап алалармы ни?

- Һаумыһығыҙ. Һеҙгә һөйләһәм, бәлки, күңелем бушар тип, аптырап килдем, - тип килеп керҙе редакцияға бер апай. 

Һорап алалармы ни?Һорап алалармы ни?
Һорап алалармы ни?

 - Иртүк минең телефоныма смс хәбәр килеп төштө. Унда “Апай, быйыл фытыр саҙаҡаһы 150 һум кеше башына. Миңә күсерһәң дә була” тип яҙған ҡалабыҙҙағы бер йәш хәҙрәт. Ул минең нисек йәшәгәнемде бик яҡшы белә. Пенсиямдың осон-осҡа бәйләп көн иткәнемде лә белмәй түгел. Оятһыҙ, хәлемде һорашыр урынға, миңә аҡса күсер тип яҙып ята. Был хәлде мин ғибрәт тип атар инем. Үҙем дә мәсеткә йөрөйөм, намаҙҙамын да, Ҡөръән китаптары ла уҡыйым, әммә бер ерҙә лә хәйерҙе, йә фитырҙы һорап алғандарын күргәнем дә, ишеткәнем дә юҡ.
Тыңлағанығыҙ өсөн, рәхмәт, “Юшатыр”ҙар. Һеҙгә һөйләгәс күңелем ысынлап та бушап ҡалды. Һау булығыҙ. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас