Иман
10 Апрель 2022, 07:04

Мәрхүмдәрҙең рухы шат булыр

Изге айыбыҙ дауам итә. 

Мәрхүмдәрҙең рухы шат булырМәрхүмдәрҙең рухы шат булыр
Мәрхүмдәрҙең рухы шат булыр
Дингә, нимә генә тимәйек, тартылғандар аҙаҡҡы йылдарҙа күбәйҙе. Мәсеткә йөрөмәй халыҡ тигән һүҙҙәр ҙә бик ишетелмәй башланы.
Районда ифтарҙар үткәреү ҙә дауам итә. Бәндә мәсеткә доға ҡылам тип кенә килмәй, был сараларҙа булған бар, яндағы кеше серҙәш булып китә, дин, мәңгелек хаҡында фекерҙәр бүлешкәс, ғилем арта. Һәм, әлбиттә, яҡты донъяларҙы ҡалдырып киткән яҡындар тураһында ла иҫкә алмай булмай.
Рамаҙан мәсетендә яңы ғына булған ифтарҙа 70-тән ашыу халыҡ килгән. Абдул ауылынан Сөләймәнов Марат абзый менән Рәйсә апай мәрхүмдәр рухына бағышлап уларҙың балалары ифтар үткәргән (Абдул ауылы). 
Унда булған апайҙар беҙгә яҙа - бында ғына барыһын әйтеп бөтөп булмай, килеп һөйләрбеҙ. Тимәк, гәзит өсөн һәйбәт хат та була. Иншаллаһ.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас