Рамаҙан мәсетендә ифтарҙар үткәреү ҙә дауам итә.
Кемдең бындай сарала булғаны бар, белә: мәсеткә йыйналған йәмәғәт башҡа ваҡыттағына ҡарағанда ихласыраҡ була, әйтерһең, бер туғандар, әллә күпме ваҡыт күрешмәгән дә, бына, осрашҡан. Кисә Солтановтар үткәргән ифтарҙы. Тәғәм ҡапҡан һәр береһе яҡшы теләктәр теләп ултыра: Таһир, Рөстәм, Ислам Солтановтарҙың изге ғәмәлдәрен, уйҙарын Аллаһытәғәлә ҡабул ҡылһын.
Фотолар Наилә апай Айсыуаҡованан алынды.