Ермолаевоның Рамаҙан мәсетенә ифтарға барғанығыҙ бармы? Улайһа, күргәнһегеҙҙер, мәсетте ҡаплап тигәндәй машиналар тула, уларҙың ниндәйе генә юҡ, ҡыйбатлы, бәғзе кеше ике ғүмер йәшәһә лә, һатып ала алмаҫлығынан алып, Брежневтың тере сағын күргән машиналарға тиклем. Мәсеттең эсендә лә шулай, барыһы ла бер төрлө, дини итеп, кейенгән, бында брендлы бутиктан алынған кейемме, йәки баҙарҙа, бәхәсләшә-бәхәсләшә хаҡын төшөртөп алынған кейемме икәнен белеп булмай. Бик йәтеш күренеш был, дәрәжә, вазифа тигәне лә юҡҡа сыға - барыһы ла бер ер өҫтөн тапап йөрөгән бер тигеҙ Алла ҡолдары.
Кисәге ифтарҙа хакимиәт кешеләре лә апаруҡ булды. Һайлап ҡына килә булыр улар, һәр хәлдә бәғзеләрен күргән юҡ ине ошоңарсы. Хәйер, ҡайһыларын күргән булды, былтыр район башлығы үткәргән ифтарҙа, мәҫәлән. Мәсет барыһын да тиң итә тиһәң дә, аштың да, моғайын, төрлөһө булалыр.
Кисәге ифтарҙы Марсель менән Юлиә Әдрәшитовтар, Илмир менән Лена Ғәббәсовтар, Илгиз менән Нурзилә Хәйбуллиндар үткәрҙе. Өсөһө лә йәш ғаилә, ана шуныһы һәйбәттер ҙә: динде йәш кеше үҙ итһә, ул ихтирамға күберәк лайыҡтыр, беҙҙеңсә. Өсөһө лә, тегеләйме-былаймы, власҡа яҡын кешеләр, хакимиәттә эшләйҙәр, билдәле, шуғалыр, бая әйткәнсә, мәсеттә яулыҡлы хакимиәт кешеләре күп булды. Бик мәслихәт. Барлыҡ чиновниктар бер юлы килһә лә яҙыҡ булмаҫ ине, вәғәз, ябай кешенән бигерәк, уларға кәрәгерәк.
Дәүләт диндән айырылһа ла, бөтөнөһө дингә таянып эш итһә, илдә коррупция булмаҫ ине, судтар ғәҙел булыр ине, һуғыштар булмаҫ ине, әллә күпме социаль, иҡтисади проблемалар хәл ителер ине, хөсөт-аҫтыртынлыҡ, ике йөҙлөлөк, ярамһаҡланыу юҡҡа сығыр ине - дәмләмәне ашаған арала ошо турала уй килде. Хыял.
Ифтармы? Һәйбәт булды. Кисә аштың видеоһын күрһәткән инек, күҙҙе ҡыҙҙырып, ысынында, был аш видеола күренгәндән дә тәмлерәк булды. Рәхмәт, йәштәр. Барыһын тигеҙләгәнегеҙ өсөн. Аҙ ғына ваҡытҡа булһа ла. Һеҙгә - мәслихәт.
Фотолар Наилә апай Айсыуаҡованыҡы.