

Аллаһы Тәғәлә беҙҙе шундай камил итеп яралтҡан, нимә эшләһәк тә, барыһы ла ҡулыбыҙҙан килә, ләкин беҙ күп нимәне аңлап бөтмәйбеҙ, динебеҙҙе, Ҡөрьәнебеҙҙе, Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрен өйрәнергә кәрәклеген аңламайбыҙ. Шуның арҡаһында күп хаталар эшләйбеҙ. Әле изге Рамаҙан айының яртыһы ла үтеп китте, изге теләктәр теләп, изге эштәр ҡылып өлгөрҙөкмө, туғандарыбыҙҙың хәлен белдекме, саҙаҡалар бирҙекме, йәтимдәрге, ғәриптәргә ҡул һуҙҙыҡмы? Беҙ үҙебеҙгә баһа бирергә тейешбеҙ. Өлгөрөп ҡалайыҡ изгелетәр ҡылырға, ғилем алырға, Ҡөрьән уҡыйыҡ. Диниә назатары тарафынан 27 апрелдең кисе - ҡәҙер кисе тип билдәләнде. Һәр бер таҡ һанда төндәрен теләктәр теләп, намаҙҙар уҡыйыҡ.
Нурия ХӘЛИЛОВА, Күмертау ҡалаһы
Хат тулы килеш йома һанында баҫылды.