

Бына бөгөн дә бында ифтар мәжлесе гөрләп тора. Мосолман ҡәрҙәштәр тәмле ризыҡ менән һыйланыр өсөн генә килмәгән, улар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған дингә ҡағылышлы һорауҙарға яуаптар алып, ихласлап аралашып, ҡәҙер кисендә бергә-бергә бергә матур теләктәр теләшеп ултырыр өсөн йыйылған.
Ифтарҙа Акрополь йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсин да булды. Тап ул ошо элекке типография булған бинаны Дини үҙәк яһауға тос өлөш индерҙе.