Кемдән генә Маҡтау ҡағыҙҙары алманыҡ, ә православия вәкиленән берәй заман алырбыҙ тип башҡа ла килгәне юҡ ине. Бына бөгөн алдыҡ. Салауат һәм Күмертау ҡалалары епископы Николай ғәли йәнәптәренән. Ҡәҙимгесә булманы кеүек, башҡорт гәзите, йыйын мосолман эшләй, ә бында христиандарҙан бүләк тотоп тор. Беҙҙең менән бергә Тамара Малбаева ла, Молокандан Лидия Дремина ла бар. Бөтәбеҙ ҙә бындай маҡтауҙан үҙебеҙ ғәли йәнәп булып баҫып торабыҙ.
Николай атайҙың әйткәндәрен ишеткәс кенә, аңланыҡ, ниңә беҙгә төбәп биргәнен:
- Һәр бала үҙенең туған телендә аралашырға тейеш. Сыуаш икән, сыуаш, башҡорт икән - башҡорт, мордва икән - мордва телен белһен. Ата-әсәләр, ошо бәхеттән мәхрүм итмәгеҙ сабыйҙарҙы!
Етмәһә, башҡортсалаптырып ҡотлайым тине, мосолмандарҙың изге байрамы менән ҡотланы.
Кеше ниндәй диндә булһа ла, өҫтөнә нимә ябынһа ла, Кеше булып ҡала, Алланы Алла тип таный икән, бигерәк тә ҙур булмаған халыҡтарҙың (Николай үҙе рус кешеһе лә) бәләләрен аңлай икән... Тимәк, ул беҙҙең кеше. Рәхмәт.