Все новости
Иман
2 Мая 2022, 16:01

Барыһы ла ҙур булһын

Яҡшымбәт. Был исемде әйтеү менән күҙ алдына олпат, ҙур ауыл баҫа. 

Барыһы ла ҙур булһын
Барыһы ла ҙур булһын

Ауыл ҙур икән, тимәк, уларҙың байрамы ла ҙурҙан булырға тейеш. Шулай булған да. Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, әллә нисә ҡаҙан былау бешергәндәр. Мәсеткә кеше күп килгән. Быныһы ярар. аҙыҡ барыбер бөтәһенә лә етер ине, яҡшымбәттәр бөгөнгө изге көндә бөтә ауыл тураһында уйлаған - сәсеү мәле, баҫыуҙа ирҙәр иген сәсә. 70-тән ашыу ялан батырына ла барып еткән былау, яланда мал көткән көтөүселәрҙе лә онотмағандар - уларҙы эҙләп табып (мал бер урында тора беләме ни), һыйлап киткәндәр. Мохтаждарға ла, әлбиттә, байрам күстәнәсе өләшкәндәр. Әле һаман өләшеп бөтә алмайҙар - биләмә ҙур. 

Байрам менән, яҡшымбәттәр, артабан да һеҙҙең барыһы ла ҙурҙан булһын. Шатлыҡтар ҙа, бәхет-һөйөнөстәрегеҙ ҙә.  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: